«Ватандаш» журналы сыға башлауға 25 йыл

Бөгөн «Торатау» конгресс-холында журнал юбилейына бағышланған сараларҙы йомғаҡлау сараһы үтте. Фәнни-ғәмәли кәңәшмәлә Башҡортостандың милли матбуғатында традицион мәҙәниәтте һәм туған телде һаҡлау мәсьәләләре ҡаралды.

Баҫманы сығарыу хаҡындағы фекер 1995 йылдың июнендә беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында әйтелә. 1997 йылдан ул ай һайын сыға башлай.

Энциклопедик характерҙағы фәнни-популяр, ижтимағи-сәйәси һәм нәфис журналды интернет селтәрендә лә уҡырға мөмкин. Баҫманың рәсми сайтына айына 55 меңгә яҡын кеше инә, социаль селтәрҙәге төркөмдәре лә көндән-көн үҫә. Бынан тыш, «Яндекс Дзен» платформаһында үҙ каналы булдырылған, унда «Ватандаш» өсөн яҙылған эксклюзив мәҡәләләр тәҡдим ителә.

Фото №1 - «Ватандаш» журналы сыға башлауға 25 йыл

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ