Башҡортостанда былтыр нефть сығарыу күләме ике процентҡа артҡан

Республика башлығы әйтеүенсә, ҡара алтын сығарыу тулыһынса тергеҙелде. Һөҙөмтәлә сәнәғәт өлкәһендә алынған табыш күләмен алты процентҡа арттырыуға өлгәшелгән.

Был турала Радий Хәбиров "Башнефть" менән төбәк араһындағы хеҙмәттәшлек буйынса даими эшләүсе комиссия ултырышында белдерҙе. Төбәк етәксеһе компанияны әүҙем инвестиция сәйәсәте алып барғаны һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәтен белдереп артабан да килемле эшләүенә өмөт белдерҙе.

"Башнефть" компанияһы генераль директоры Хәсән Татриев та Башҡортостан хөкүмәте менән хеҙмәттәшлекте юғары баһаланы. Республиканың комплекслы үҫешенә ярҙам итеүсе күләмле проекттарҙың дауам итеүен дә белдерҙе. Быға даими эшләүсе комиссияның эшмәкәрлеге лә ҙур йоғонто яһай, тине Хәсән Татриев . Радий Хәбиров быйыл Башҡортостанда нефть сығара башлауҙың 90 йыллығы билдәләнеүен әйтте. Республика үҫеше өсөн әһәмиәтле тарихи ваҡиға көнөн Башҡортостан киң һәм күләмле уҙғарасағын белдерҙе.

Фото №1 - Башҡортостанда былтыр нефть сығарыу күләме ике процентҡа артҡан

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ