Билдәле композитор Заһир Исмәғилевтың шәхси документтары тәүгә киң йәмәғәтселеккә сығарылды

Башҡортостандың Милли архивы тематик күргәҙмәләр ойоштороуын дауам итә. Был юлы экспозиция Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 105 йыл тулыуға арналды. Уны БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин барып күрҙе.

Башҡорт халыҡ "Сибай кантон" йыры яңғырауы осраҡлы түгел. Заманында ул композитор Заһир Исмәғилевтың яратып уйнар оҙон көйҙәренең береһе булған. Бөгөн дә композиция төрлө сәхнәләрҙә йырлана. Бөйөк шәхестең ижади эшмәкәрлеген дауам итерҙәй, лайыҡлы вариҫтары бар, ти Заһир Ғарип улын яҡындан белеүселәр.

Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 105 йыл тулыу уңайынан Башҡортостандың Милли архивы композиторҙың шәхси документтарын тәүге тапҡыр киң йәмәғәтселеккә сығарҙы. Барыһы ла төп нөсхәләрҙә. Улар араһында һирәк осраған фото, ҡулъяҙмалар ҙа бар.

Заһир Исмәғилев башҡорт йыр сәнғәтенә тос өлөш индергән шәхестәрҙең береһе. Ул 400-ҙән ашыу музыка әҫәре авторы. "Шәүрә", "Салауат Юлаев", "Урал илселәре" кеүек киң билдәле композицияларҙы әллә күпме дауам итергә мөмкин. Әйткәндәй, билдәле композитор исемен йөрөткән Өфө дәүләт сәнғәт институты киләһе йыл 55 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан күләмле саралар шәлкеме планлаштырылған. Республикала Башҡорт музыкаһы музейын булдырыу шуларҙың береһе.

Фото №1 - Билдәле композитор Заһир Исмәғилевтың шәхси документтары тәүгә киң йәмәғәтселеккә сығарылды

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ