Ҡалтасы районындағы юлдар ҙа ҡар ҡамауында ҡалғайны. Төбәктәге юлдарҙы таҙартыу менән «Стройтехсервис» ойошмаһы шөғөлләнә. Тәүлек әйләнәһенә предприятие транспорттары 56 ауылды, йәғни 348 саҡрымдан ашыу арауыҡтан ҡар түгә.
Тәү сиратта туҡталыш, мәктәп һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары эргәләре таҙартыла. Кесе Ҡураз ауылында йәшәүселәр үҙҙәре лә ҡулдарына көрәк алып өмә ойошторған. Райондың Ҡыҙыл Холм ауылында ла тротуарҙар, урындағы парк ҡыйыҡ башынан төшкән ҡарҙан таҙартылды.




