«Ҙур тәнәфес» Кушнаренко районы Ҡалтай урта мәктәбендә спорт залы төҙөргә ярҙам иткән

«Ҙур тәнәфес»тән файҙа. Ошо исем менән Артекта үткән Бөтә Рәсәй суперфиналы еңеүсеһе киләсәк мәктәбенең макетын схемалар һәм айырым үҫеш концепцияһы аша күрһәтеү бәхетенә ирешә.

Был проектты эшләгәндән һуң Кушнаренко районы Ҡалтай урта мәктәбе уҡыусыһы Милена Миңлеғәлиева һәм уны уҡытыусыһы Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко менән осраша. Әңгәмә барышында улар үҙҙәренең мәғариф учреждениеһында спорт залын төҙөү мәсьәләһен күтәрә.

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә проект-смета документациялары эшләнә. Проектты ғәмәлгә ашырыуға социаль-маҡсатлы программалар фонды аҡса бүлә. Тиҙ йыйыла торған конструкцияларҙан спортзал мәктәп йәнәшәһендә генә ҡорола.

420 квадрат метрлы бина йылытыла, шуға күрә бында йыл әйләнәһенә спорт менән шөғөлләнергә мөмкин. Уҡытыусылар был заманса спорт залы уҡыусыларға яңынан -яңы еңеүҙәр яулау мөмкинлеге бирер тип ышана.

Фото №1 - «Ҙур тәнәфес» Кушнаренко районы Ҡалтай урта мәктәбендә спорт залы төҙөргә ярҙам иткән

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ