Онлайн форматтағы конкурс. Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлегендә уҡытыусылар конкурсы башланды. Баш ҡалабыҙ Өфөнөң «Йыл уҡытыусыһы-2022», «Йөрәгемде балаларға бирәм» бәйгеһе үткәрелә башлауына 25 йыл.
Сирек быуат эсендә был конкурста меңдән ашыу уҡытыусы һөнәри оҫталығын күрһәтеп, алдынғы тәрибәһе менән уртаҡлашҡан. Һөнәри конкурста барлығы алтмыш педагог, уларҙың унауһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте, 30 педагог өҫтәмә белем биреү өлкәһендә һөнәри оҫталығын иҫбатлаясаҡ. Быйыл 13 уҡытыусы «Йыл класс етәксеһе»тигән яңы номинацияла ла ярыша.
Гүзәл Борханова




