Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы сауҙагәр Кузнецов йорто булараҡ билдәле бинала ойошторолған арт-биләмәлә аҙна һайын квест, йәрминкә, төрлө осрашыуҙар үтә. Бында һәр кем үҙ шөғөлөн таба ала. Тарихи объект инвестор ярҙамында яңыртылған.
Эшләнәһе эштәр ҙә байтаҡ. Тарихи бинаның һыу селтәрен үҙәкләштереү, янғындан зыян күргән ҡыйыҡты төҙөкләндереү ҙә ошо исемлектә. Киләсәктә яҡын-тирәлә урынлашҡан башҡа тарихи объекттарҙы берләштереп, Өфөләге кеүек арт-квадрат ойоштороу күҙаллана.
Азат Ғәлиуллин




