Табиптарға забастовка килешмәй

Башҡортостан медицина йәмәғәтселеге Ишембай үҙәк район дауаханаһы ашығыс ярҙам бүлеге хеҙмәткәрҙәренең ҡарарын хупламауын белдерҙе. Бындағы  бер төркөм хеҙмәткәрҙәр дауахана етәкселеген 4 февралдән "Итальян забастовкаһын" башлауҙары тураһында иҫкәртте. “Забастовкаға сығыу дезертирлыҡҡа тиң”, - ти Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева.

Табиптарға забастовка килешмәй

Хеҙмәткәрҙәрҙең дауахана етәкселегенә дәғүәһе тураһында "Действие" профсоюзының Башҡортостандағы  координаторы Антон Орлов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. “Пандемияның бишенсе тулҡыны яҡынлашҡанда,  медицина хеҙмәткәрҙәрен забастовкаға этәреүҙе диверсия тип атарға мөмкин, - ти республика Хирургтар берлеге рәйесе, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Вил Тимербулатов.

Табиптарға забастовка килешмәй

Килеп тыуған мәсьәләне комплекслы хәл итеү мөһим. Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы һәм компенсацияны арттырырға кәрәк.Төнгө ваҡытта эшләгән өсөн түләү күбәйтелергә тейеш. Был турала Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюзы рәйесе Рауль Халфин белдерә. Әле Ишембай район-ара прокуратруаһы дауахана хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡтарын боҙоу осрағы буйынса тикшереү үткәрә. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында махсус комиссия ойошторолған. Уны ведомство башлығының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова етәкләй.

Фото №1 - Табиптарға забастовка килешмәй
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ