Өфөлә юл инспекторҙары йәйәүлеләр һуҡмаҡтарын тикшерә

Ул йәкшәмбегә тиклем дауам итә. Статистика буйынса, юлдарҙы тәғәйенләнмәгән урындар аша сыҡҡанда йыл башынан 12 кеше автомобиль тәгәрмәстәре аҫтында ҡалған. 120 кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Юл-транспорт хәрәкәтендә ҡағиҙә боҙоуҙарҙың 71 проценты водителдәр ғәйебе менән эшләнгән. Әйткәндәй, Өфө-Ырымбур юлының 222-се километрында алдағы ял көндәрендә инспекторҙар рейдтар уҙғара. Айырым иғтибар эскән килеш руль артына ултырыусыларҙы асыҡлауға, транспорт ағымында ҡағиҙәләрҙе боҙоуҙы иҫкәртеүгә бирелә. Быйылдан юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә үҙгәреш көсөнә инде. Артыҡ ҡыуырға яратҡан автомобилсыларға ҡатыраҡ яза була. Автоэксперт Хәлим Әйүпов һөйләй.

Өфөлә юл инспекторҙары йәйәүлеләр һуҡмаҡтарын тикшерә
Фото №1 - Өфөлә  юл инспекторҙары йәйәүлеләр һуҡмаҡтарын тикшерә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ