Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә республикала 305 кешелә коронавирус асыҡланған. Стационарға һалынған сирлеләр арта. Әле дауаханала – 157 пациент, өй шарттарында – 4 меңдән ашыу кеше дауалана. Табиптар 43 кешенең ауыр хәлдә булыуы тураһында белдерә. Һуңғы тәүлектә инфекциянан 9 кешенең ғүмере өҙөлгән.




