Проект республикала өс йыл элек тормошҡа ашырыла башланы. Уға ярашлы, ата-әсәләр 3 йәшкәсә сабыйҙарын шәхси балалар баҡсаһына йөрөтә ала. Бының өсөн бюджеттан субсидия бүленә. Бер балаға айына 6 мең һум ҡаралған. Өфөләге шәхси балалар баҡсаларының береһендә башҡорт төркөмө лә ойошторолған. Йәш әсә Айһылыу Байғусҡарова ҡыҙын шундай баҡсаға йөрөтә. Бында сабыйҙарға башҡорт теленән тыш, инглиз һәм ҡытай телдәрен дә өйрәтәләр.
Шәхси балалар баҡсаһына сертификат проекты Стәрлетамаҡ, Өфө һәм Нефтекамала тормошҡа ашырыла. Быйыл уға Октябрьский ҡалаһы һәм Иглин районы ҡушыла.







