Бөгөн Владимир Ленинды иҫкә алалар

1917 йылғы революцияның төп ойоштороусыһы һәм етәксеһе 1924 йылдың 21 ғинуарында Горки ҡасабаһында вафат була. Бер нисә көндән мәрхүмдең табуты Мәскәүгә килтерелә. Ленин менән хушлашыу 5 көн дауам итә. Ғинуар аҙағында Владимир Лениндың кәүҙәһе Ҡыҙыл майҙанда төҙөлгән Мавзолейға урынлаштырыла.“Ул тарихта һәм халыҡ күңелендә тәрән эҙ ҡалдырҙы”, ти ғалим Нурислам Ҡалмантаев.

Бөгөн Владимир Ленинды иҫкә алалар

Совет власы йылдарында ҡала һәм ауылдарҙа Ленинға һәйкәлдәр ҡуйыла. Ленин ордены һәм премияһы булдырыла. 90-сы йылдарға тиклем Мәскәүҙә Ленин Үҙәк музейы эшләй. Ойошма, завод һәм предприятиелар революционерҙың исеме менән атала. Рәсәй социаль-сәйәси тарих дәүләт архивында Владимир Лениндың 30 меңдән ашыу документы һаҡлана.

Фото №1 - Бөгөн  Владимир Ленинды иҫкә алалар
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ