Атап әйткәндә, бындай белем усаҡтарын Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында һәм Өфө районында төҙөү планлаштырыла. Был турала «Инвестиция сәғәте» нең сиртағы кәңәшмәһендә фекер алышынды.
Ултырыш Башҡортостан башлығы рәйеслегендә онлайн форматта үтте. Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов әйтеүенсә, әле 15 мең 256 урынға 11 мәғариф усағы өсөн ғариза әҙерләнгән. Концессия проекттары Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан һайлап алына.
Ғаризалар 2022 йылдың февраленән ҡарала башлай. Ултырышта мәктәп төҙөлөштәрендә Башҡортостандың дәүләт-шәхси партнерлыҡ тәжрибәһе ҙур булыуы билдәләнде. Радий Хәбиров Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығына Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы менән берлектә конкурс документтарын әҙерләүҙе тиҙләтергә ҡушты.
Рафиҡ Әхмәтшин




