Башҡортостанда коронавирустың «омикрон» штамын йоҡтороусылар 23-кә еткән. Роспотребнадзорҙан хәбәр итеүҙәренсә, сирлеләрҙең күбеһе яңы инфекцияны еңел формала үткәрә. Өфө районы Зубов ауылындағы ковид-госпиталь коронавирустың бишенсе тулҡынына тулыһынса әҙер. Табиптар менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.
Табип-инфекционист Зәлифә Йосопова 89 йәшлек уҙаманды нисек тә булһа йыуатырға тырыша. Ир үҙаллы тын алмай, реанимацияла. «Һуңғы көндәремде йәшәйем, ауылға хушлашырға ҡайтарығыҙ», – тип өндәшә. Тик аҡ костюмдағылар бер ниндәй өгөтләүҙәргә лә бармай. Коронавирустан яфаланған сал сәсле пациентты аяҡҡа баҫтырырға теләйҙәр. Дарыуҙан бигерәк йылы һүҙ ҙә мең ауырыуға дауа.
Ковид-19 инфекцияһы штамдарын үҙгәртеп, яңы көс менән таралыуын дауам итә. «Омикрон» Башҡортостанға ла килеп етте. Тәүгеләрҙән булып ул Истанбулдан һәм Танзаниянан самолетта ҡайтҡан һигеҙ яҡташыбыҙҙа асыҡланғайны.
Хәҙер ауырыу йоҡтороусылар һаны 23-кә етте. Өфө районы Зубов ауылындағы ковид-госпиталдә лә ялдары күңелһеҙ тамамланған туристарҙы ҡаршы алғандар. Коронавирустың яңы төрө тиҙ тарала, дельтанан айырмалы ете тапҡырға йоғошлораҡ. Шуға медицина учреждениеһы юғары әҙерлек режимында эшләй.
Ковид-госпиталдә кислородҡа ҡытлыҡ юҡ. Үҙаллы тын алмағандарға хатта шлем да кейҙерәләр. Омикронға ҡаршылыҡ күрһәтеүгә барлыҡ ҡоралдар ҙа ҡул аҫтында ғына.
Омикрондың инкубация осоро ҡыҫҡа, киләһе тәүлектә үк ауырыуҙың тәүге билдәләре беленә. Ә ул киҙеүгә оҡшаш. Шулай ҙа белгестәр үҙаллы дауаланыуҙан баш тартырға саҡыра, сөнки эҙемтәләре күңелһеҙ булыуы ихтимал. Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөнгә республикала яңы штамды йоҡтороусылар һаны егерменән ашҡан. Уларҙың яртыһынан күбе сирҙе еңел формала үткәрә.
Белгестәр, инфекцияның яңы штамын үтә хәүефле, тип фаразлай. Шуға күрә уҙған оператив кәңәшмәлә төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығына госпитализацияға мохтаж пациенттар ағымы артыуға нигеҙле әҙерлек күрһәтеү талап ителде. Радий Хәбиров медицина учреждениеларын дарыуҙар менән тәьмин итергә, өҫтәмә койка фонды булдырырға, ковид-госпиталдәр төҙөлөшөн тиҙләтергә ҡушты
Шул уҡ ваҡытта коронавирус таралыу хәүефе буйынса индерелгән барлыҡ сикләү саралары һаҡланып ҡалды. Өҫтәүенә, хәҙер күләмле фестиваль-ярыштар уҙғарыу тыйылды. Хөкүмәт йортонда, район-ҡала хакимиәттәрендәге барлыҡ ултырыш-кәңәшмәләр ҙә онлайн-форматҡа күсерелде. Маҡсат бер – инфекция таралыуға юл ҡуймау.
Гөлназ Хәйбуллина




