Башҡортостан профсоюздар федерацияһы, Ишембай ашығыс ярҙам дауаханаһында килеп тыуған мәсьәләне бергәләп, уртаға һалып хәл итергә кәрәк, тигән фекерҙә.
Хәбәр итеүебеҙсә, Ишембай медицина учреждениеһының «Действие» профсозында ағза булып торған фельдшерҙары һәм водителдәре итальян ихтилалы башлауҙары хаҡында иғлан иткәйне. Был ҡарар йәмәғәтселек һәм аҡ халатлылар араһында төрлө фекерҙәр тыуҙырҙы.
Күпселек коронавирус пандемияһы ваҡытындағы ошо күренеште диверсияға тиңләй һәм гиппократ антына хыянат итеү тип билдәләй. Башҡортостан профсоюздар федерацияһы рәйесе Гүзәл Мирошниченко, проблемаларҙы бергәләшеп, төптән килешеп хәл итергә кәрәк тигән фекерҙә.
«Действие» профсоюзы ағзаларының ҡарары менән БДМУ профессоры, Башҡортостан йәмәғәт палатаһы ағзаһы Камил Ганцев та килешеп бөтмәй. Табип хеҙмәттәштәрен провокацияларға бирелмәҫкә саҡыра.
Рәмзиә Кәримова




