Хәтер йәшәй икән, шәхес тә йәшәй

Бөгөн Өфөнөң Софья Перовская урамындағы 48-се йортҡа Ринат Йосопов иҫтәлегенә таҡтаташ беркетелде. Бөтә донъяға билдәле ғалим-антрополог тап ошо өйҙә йәшәгән. Ринат Мөхәмәт улы 2011 йылдың 15 ғинуарында арабыҙҙан китте.

Был көндө Рәсәй генә түгел, тотош донъяның антропология фәне өсөн оло юғалтыу кисерә. Сөнки уның ғилми эштәре бик күп сит ил белгестәренең эҙләнеүҙәре нигеҙенә ята. Ринат Йосоповтың 200 фәнни эше, монография һәм йыйынтыҡтары краниология менән ҡыҙыҡһыныусы йәш ғалимдарҙың өҫтәл китабына өйләнә. Уның абруйлы фекеренә бик күп эҙләнеүҙәр, тикшеренеүҙәр таяна. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул Ҡаҙағстандың Абулхәйер Хан ҡалдыҡтарын өйрәнеүҙә ҡатнаша.

Ринат Мөхәмәт улының краниология коллекцияһы иң ҙурҙарҙан һанала. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ экспедициялар араһында ул ижадҡа ла ваҡыт тапҡан. Ғалимдың бер туған һеңлеһе таҡтаташты асыу ваҡытында Ринат Йосоповтоң үлеменән һуң тапҡан шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе.

Фото №1 - Хәтер йәшәй икән, шәхес тә йәшәй

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ