Рәсәй армияһының авангард көсө. Бөгөн инженер ғәскәрҙәре көнө билдәләнә. Үҙҙәренең һөнәри байрамын улар хәрби-тактик күнекмәләр менән ҡаршы алды. Был көндө инженер-штурмлаусы бригада ике ҡатлы бинаны баҫып алған шартлы террорсылар менән һуғышты. Бының өсөн уларға Ҡораллы көстәрҙең заманса техникалары ярҙамға килде. Уҡыуҙар барышын БЮТ каналының ижади төркөмө күҙәтте.
Улар өсөн ут та, һыу ҙа кәртә була алмай. Әлкә ҡасабаһында хеҙмәт итеүсе хәрбиҙәр биналарҙың береһен террорсылар баҫып алыуы тураһында хәбәр ала. Шартлы дошман менән алышҡа инженер бригадаһының штурмлаусы саперҙары йәлеп ителә. Рәсәй армияһының был төркөмө ике йыл элек кенә тергеҙелгән. Ә бит ваҡытында ул дошмандың яҡшы нығытылған позицияларын емереүҙә даими ҡулланыла.
Ҡатмарлы бурыстарҙы үтәү өсөн хәрбиҙәрҙең һәр береһе тейешле экипировка менән тәьмин ителгән. Бронежилет үҙе генә 30 килограмдан ашыу. Әммә ул да штурмлаусыларҙы мина ярсыҡтарынан һаҡлай алмай. Шуға ла шартлатҡыс матдәләрҙе зарарһыҙландырыу өсөн Уран-6 комплекслы йәлеп ителә. Күп функциялы робот техникаһы менән хәрбиҙәр ситтән тороп идара итә.
Махсус операцияла ИМР-2 инженер машинаһы, БТР-80, «КамАЗ» һәм «Тайфун-К» хәрби техникалары ла ҡатнаша. Һуңғы транспорт сараһы ут аҫтында ҡалған хәрбиҙәрҙе һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән. Уның ярҙамында шулай уҡ ҡыҙыу нөктәгә мөмкин тиклем яҡынлашырға мөмкин.
Берҙәм көс менән хәрбиҙәр бинаның эсенә үтеп инә. Атыш барышында улар террорсыларҙы юҡ итә. Инженер ғәскәрҙәре өсөн бындай күнекмәләр ят түгел. Кәрәк икән улар күпер ҙә ҡора, ташҡын осоронда боҙ ҙа шартлата.
Әле күнегеүҙәр өсөн өс тренажер урынлаштырылған. Улар ярҙамында хәрбиҙәр көн һайын кәрәкле техникаларҙы ныҡлап үҙләштерә. Бынан тыш, күптән түгел хәрби часть биләмәһендә ҡаршылыҡтар һыҙаты ла барлыҡҡа килгән. Оҫталыҡты камиллаштырыу майҙаны өсөн махсус рәүештә вертолет килтерелгән.
Илдар Байбулатов







