Шишмәләр юбилярҙарҙы тәбрикләй

Районда оҙаҡ йылдар бергә ғүмер иткән парҙарҙы тәбрикләү күркәм йолаға әүерелгән. Былтыр төбәктә иҫтәлекле датаны 3 тиҫтәгә яҡын ғаилә билдәләгән. 23-ө алтын, 10-ы гәүһәр һәм 1 пар 70 йыл бергә йәшәү тантанаһын уҙғарған. Юлбарыҫ йылының тәүге юбилярҙары хаҡында БЮТ каналының киләһе репортажы.

Венера менән Рифғәт Нәжметдиновтарҙы алтын туй менән ауыл хакимиәте генә түгел, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа тәбрикләй. Был осраҡлы түгел. Ғаилә 50 йыл элек тап Яңы йылды ҡаршылағанда ҡауыша. Байрам алдынан законлы никахты теркәү мажараһыҙ ғына үтмәй, йәштәр яҙылырға барғансы ла, ҡайтып еткәнсе лә төрлө һынауҙар аша үтә.

Рәсми теркәлеү ҡатмарлы булһа ла, туй гөрләп бер нисә көн буйы бара. Йәш ғаилә артабан да һынатмай, барыһын да һоҡландырып өлгөлө тормош көтә, балалар үҫтерә. Нәжметдиновтар тормош йәмен хеҙмәттә күрә. Улар ғүмер буйы эшләп хаҡлы ялға сыға, әле лә мал-тыуар аҫырай, баҡса үҫтерә.

Алтын юбилейын билдәләгән Нәжметдиновтар ғаиләһе бөгөн дә барыһына өлгө булып тора. Улар матур итеп донъя көтә, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша.

Юбилярҙар әйтеүенсә, ата-әсә өсөн иң ҙур бәхет балаларының лайыҡлы тормошо, яҡындарыңдың иҫән-һау булыуы. Коронавирус пандемияһы тормош ҡәҙерен белергә өйрәтте, ти улар.  

Тәбрикләү райондың никах йортонда ла уҙа. Алтын туйҙарын билдәләгән Камилә һәм Ромил Әсәҙуллиндар  Шишмәнең абруйлы ғаиләләренең береһе. Ромил Мирвай улы бар ғүмерен ергә бағышлаған агроном, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Әле хаҡлы ялға сыҡһа ла ҡул ҡаушырып ултырмай, ауыл старостаһы  булып яҡындарының мәнфәғәтен хәстәрләй.

Алтын парҙы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Ромил Мирвай улының бер туған ҡустыһы Раил Әсәҙуллин да тәбрикләне. Әлеге заманда ғаилә ҡиммәтәре юғала бара, ә был юбилярҙар бөтәбеҙ өсөн дә бер-береңә ихтирам, һөйөү, хәстәрлек өлгөһө, йәш быуынға күркәм миҫал, тине ул. 

Белгестәр әйтеүенсә, оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парҙрҙы тәбрикләү быйыл да дауам итәсәк. Сөнки был ябай бүләкләү тантанаһы ғына түгел, ул мәңгелек ҡиммәттәрҙе пропагандалаусы сара булып тора.

Фото №1 - Шишмәләр юбилярҙарҙы тәбрикләй

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ