Кескәйҙәрҙе ҡул һуғышы спорты үҙенсәлектәренә физкультура уҡытыусыһы Денис Куваркин төшөндөрә. Педагог үҙе был спорт төрө менән армияла хеҙмәт иткәндә шөғөлләнгән.
«Спорт көрәше» республика проектында еңеп сыҡҡас, мәктәп етәкселеге махсус ҡорамалдар һатып алып, спорт залында көрәш менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдыра. Секцияла 6 йәштән 16 йәшкәсә 38 бала шөғөлләнә. Тренерҙары уларҙы республика кимәлендәге ярыштарға сығарырға ниәтләй.




