Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы вәкилдәре Үзбәкстандың Энергетика министрлығынан коллегалары менән осрашты. Электр энергияһын һәм сымдарҙы етештереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре ҡаралды. Делегация шулай уҡ Ангрен ҡалаһында махсус иҡтисади зонала булды, тире эшкәртеү һәм газ балондары етештереү предприятиелары менән танышты. Башҡортостан Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдереүенсә, ике республика араһында тауар әйләнешен арттырыу өсөн мөмкинлектәр бар.




