Республика Башлығы Радий Хәбиров онкология диспансеры өсөн ҡорамалдар алыуҙы дауам итергә вәғәҙәләне. 2019-2021 йылдарҙа Башҡортостанда яман менән көрәшкә 4 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Быйыл да ошо эш дауам итә. Республика клиник онкология диспансерында уҙған йылда ике заманса комплекс урынлаштырылды. Ошо ваҡыт эсендә уларҙа 18 меңдән ашыу процедура башҡарылған. Был аппараттар уникаль булып тора, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.




