Өфөлә йорт подъездарында халыҡты ашығыс рәүештә эвакуациялау тураһында ялған иғландар урынлаштырылған. Текста эвакуация ваҡыты, талаптар аныҡ яҙылған. Баш тартыусылар өсөн штрафтар тураһында ла мәғлүмәт бирелгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡты эвакуациялау буйынса бер ниндәй ҙә күнекмәләр алып барылмай һәм планлаштырылмай. Бындай хәбәрҙәр иһә мотлаҡ рәүештә рәсми мәғлүмәт саралары аша бирелер ине. Ялған иғландарҙы кемдәр элеүе билдәле түгел.








