Иглин районында йәшәгән Зөлфиә Азаматоваға ярҙам кәрәк

11 йәшлек ҡыҙға апластик анемия диагнозы ҡуйылған. Йәғни уның организмы тромбоциттар, лейкоциттар һәм эритроциттар бүлеп сығармай. Шуға күрә уға айына ике тапҡыр донор ҡанын ебәрергә тура килә.

Елек йәки кимек матдә үҙ функцияларын үтәп, ҡан яһай башлаһын өсөн «Элтромбопаг» препараты талап ителә. Әммә ишле ғаиләнең был дарыуҙы үҙ көсө менән генә һатып алырлыҡ мөмкинлеге юҡ. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажында.

Монополия – 11 йәшлек Зөлфиә Азаматованың иң яратҡан уйыны, ҡыҙ киләсәктә банкта эшләргә хыяллана. Теүәл фәндәрҙе тәрәнерәк үҙләштерергә теләй. Тик әлегә Зөлфиәгә өйҙә генә белем алырға тура килә. Йыл ярым элек уның тормошо икегә бүленә. Аяуһыҙ сир менән көрәш башлана.

Бәлә көтмәгәндә килә. 2020 йылда уҙғарылған медицина тикшереүе башланғыс синыфтарҙа ғына уҡып йөрөгән Зөлфиәнең ҡалҡан биҙендә яман шештең икенсе стадияһын асыҡлай. Ғаилә бар көсөн сир менән көрәшкә йүнәлтә. Әммә һынау бының менән генә туҡталмай.

Альбина менән Азат Азаматовтар сығышы менән Хәйбулла районынан. Уларҙың өлгөлө, татыу ғаиләһендә 4 бала үҫә. Өлкән ҡыҙҙары Өфөгә уҡырға ингәс, ғаилә яҡыныраҡ булһын тип Иглингә күсергә хәл итә. Ипотекаға йорт ала, яңы ерҙә тормош башлай. Ғаилә башлығы вахта ысулы менән «Юбилейный» ятҡылығында эшләп йөрөй. Тик бер кешенең генә хеҙмәт хаҡы дауалауға етмәй, шуға ярҙам һорап фондтарға мөрәжәғт иттек, ти Азаматовтар.

Әле Зөлфиәгә «Элтромбопаг» препараты талап ителә. Был дарыу Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аша бушлай биререлергә тейеш, тик әлегә бюджет формалаштырылмаған. Ә дауалауҙы өҙөргә ярамай. Шуға күрә Азаматовтар мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына ышана. Бынан тыш, яҙ тағы Мәскәүгә дауаханаға барырға кәрәк. Зөлфиәгә ярҙам итергә теләүселәр аҡсаны экранда күренгән иҫәпкә күсерә ала.

Фото №1 - Иглин районында йәшәгән Зөлфиә Азаматоваға ярҙам кәрәк

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ