Башҡортостанда онкология сирҙәрен дауалауға һәм иҫкәртеүгә етди иғтибар бүленә

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Республика етәксеһе ауырыуҙы замандың иң ҙур проблемаларының береһе тип атай.

Яман шеште дауалау өсөн Өфөлә Республика клиник онкология диспансерының 9 ҡатлы яңы корпусы төҙөлдө. Ул тулыһынса заманса дауалау һәм диагностикалау ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Шуларҙың береһе – нур терапияһын юғары энергиялы тиҙләткес. Ул иң ҡатмарлы процедураларҙы юғары теүәллек менән башҡарып сығырға, шул уҡ ваҡытта пациенттарҙың һәм табиптарҙың нурланыш алыуын шаҡтай кәметеү мөмкинлеген бирә.

Бындай ҡоролма Башҡортостанда икәү. Улар менән эшләү өсөн белгестәр төркөмө булдырылған. Һуңғы ике йыл эсендә республикала яман шеш менән көрәшкә 4 миллиард ярым һум самаһы аҡса бүленгән, уның 3 миллиардҡа яҡыны федераль бюджеттан. Башҡортостанда онкология ярҙамын күрһәтеү маҡсатында медицина ҡоролмаларын һатып алыу артабан да дауам итәсәк.

Фото №1 - Башҡортостанда онкология сирҙәрен дауалауға һәм иҫкәртеүгә етди иғтибар бүленә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ