Һуңғы тәүлектә ауырыуҙы 300-ҙән ашыу кеше йоҡторған. Дөйөм һандар 127 меңгә яҡынлай. Әлегә стационарҙарҙа 172 пациент дауалана, уларҙың 47-һе ауыр хәлдә, тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында бер кеше. Ковид ҡорбандары исемлеге йәнә 10 кешегә тулыланды. Дөйөм үлем күрһәткесе 4 мең 600-ҙө ашып китте.
Халыҡты вакциналау ҙа дауам итә. Һуңғы тәүлектә 17 меңдән ашыу кеше прививка яһатҡан. Вакциналауҙы тулыһынса тамамлаусылар 2 миллион 170 меңгә яҡынлай. Был коллектив иммунитет булдырыу өсөн прививкаланырға тейешле халыҡтың яҡынса 87 проценты. Башҡортостанға барлығы 3 миллион доза самаһы вакцина килтерелгән.




