Уҙған йыл аҙағында һәм йыл башында көндәлек ризыҡтарҙың ҡиммәтләнеүе күҙәтелде

Аҙыҡ-түлеккә хаҡ тешләшә. Уҙған йыл аҙағында һәм йыл башында көндәлек ризыҡтарҙың ҡиммәтләнеүе күҙәтелде. Мәсьәлә 27 ғинуарҙа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышының көн тәртибенә сығарыласаҡ.

Депуаттар алдында Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусевтың сығыш яһауы көтөлә. Фекер алышыу барышында республика парламенты хаҡтар артыуын көйләү тураһындағы стратегияны раҫларға иҫәп тота. Аҙыҡ-түлек баҙарындағы инфляция күренештәрен БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова асыҡланы.

Иллешәр йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сығыусыларҙың аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың бәйһеҙлеге кеҫәһенә һуҡмауына ышанырға мөмкин, әммә минималь пенсияға, осон-осҡа ялғап йәшәүселәр был үҙгәрештәрҙе матди яҡтан ауыр кисерә .Икмәк, май, һөт, эремсек беҙҙең өҫтәлдән өҙөлмәгән төп ризыҡтар иҫәбендә. Аҙыҡ-түлек баҙарындағы инфляция күренештәренә һатып алыусыларҙың ҡарашы әлегә төрлөсә.

Йорт эргәһенә яҡын урынлашҡан аҙыҡ-түлек кибеттәрендә кәштә тулы ризыҡ. Улар бында килеп эләккәнсе төрлө маркировка үтә . Ә быға юл-транспорт сығымдары өҫтәлеүе хаҡтарға туранан-тура йоғонто яһай, тип билдәләй сауҙа хеҙмәткәрҙәре.

Илдә тауарҙарға һәм хеҙмәттәр күрһәтеүгә хаҡ беренсе йыл ғына күтәрелмәй. Былтыр Башҡортостанда инфляция 8,7 процент тәшкил иткән. Был 2020 йыл менән сағыштырғанда, 1,7 тапҡыр күберәк. Йыл эсендә аҙыҡ-түлеккә хаҡ – 10,5, көнкүреш тауарҙарына – 9,3, хеҙмәттәр күрһәтеүгә 5,3 процентҡа артҡан.

Яңы йылдың тәүге ике аҙнаһында йәшелсә-емеш ҡиммәтләнде, әммә шул уҡ ваҡытта тауыҡ ите һәм йомортҡаға хаҡ бер ни тиклем төштө.

Венера Ғәйнанова, Федераль статистика хеҙмәте Башҡортостан идаралығының бүлек мөдире

Шартлы минималь аҙыҡ-түлек тупланмаһына ла хаҡтарҙың былтыр 20 процентҡа артыуы күҙәтелеп, уртаса 4834 һум тәшкил итте. Быйыл да хәл артыҡ маҡтанырлыҡ түгел. Декабрь аҙаҡтарында тауыҡ йомортҡаһы -6,5, шәкәр ҡомо-2,5, һөт, сыр, һыйыр майы, эремсек -2,1 процентҡа күтәрелгән. Борщ тупланмаһына хаҡ 7 процентҡа тиклем үҫкән..

Пандемияның аҙыҡ етештереүгә лә тәьҫире көслө булды. Йыл башынан бер ни тиклем йәшелсәләр дефициты күҙәтелде, сөнки беҙҙә былтырғы запастар ҡалманы. Рәсәйҙең көньяҡ төбәктәрендәге ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә йәшелсәләрҙең яңы уңышы беҙгә һуңлап килде.

Алексей Гусев, Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры

Эксперттар тауыҡ итенең 5 процентҡа тиклем арзанайыуын билдәләй. Ә бәлеш индексына ингән картуф, ит, он, һуған, һыйыр майына ла хаҡ юғары үрмәләй. Быны сауҙа хеҙмәткәрҙәре ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәрҙең хеҙмәте транспорт сығымдарына бәйле булыуы менән дә билдәләй.

Нисек кенә булмаһын, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин индергән бәлеш индексынан баһалау иң яҡшыһы. Эксперттар билдәләүенсә, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар тешләшә. Был иң беренсе сиратта күп балалы ғаиләләрҙең, хаҡлы ялдағы өлкән быуын вәкилдәренең кеҫәһенә һуға. Былай барһа, бензиндың хаҡы 45 һум 15 тиндән – 49 һум 75 тингә тиклем геометрик прогрессияла үҫеүе, водителдәрҙе автомобилдәрен ташлап, башҡа альтернатив транспортҡа ултырырға мәжбүр итеүе лә ихтимал.

Фото №1 - Уҙған йыл аҙағында һәм йыл башында көндәлек ризыҡтарҙың ҡиммәтләнеүе күҙәтелде
Башбат

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ