Башҡортостандың юл буйы сервисы өлкәһендә үҙ бренды барлыҡҡа килде

 М-5 трассаһының Өфө янынан уҙған өлөшөндә яңы кафе эшләй башланы. Уны инвесторҙар ярҙамында модулдәрҙән төҙөйҙәр. Йәғни тиҙ арала ҡорола торған биналар. Юл сите туҡланыуы сервисы үҫеше тураһында киләһе репортажда.

Юл буйында булһа ла аҙыҡ -түлек өйҙәге шикелле. Меню  тулыһынса урында уҡ әҙерләнә. Бер генә ризыҡ та ситтән килтерелмәй. Ашнаҡсылар өсөн  барлыҡ шарттар ҙа булдырылған. Был уңайлыҡтар ашаған аҙыҡ сифатында сағылыш таба. Бер нисә көн генә эшләүенә ҡарамаҫтан, халыҡтың кафеға йыш  бапшлауы ла ошо хаҡта һөйләй.

Тап тиҙ арала барлыҡҡа килеүе менән дә кафе үҙенсәлекле. Уны инвесторҙар республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының проекты буйынса модулдәрҙән төҙөй. Ведомство шулай уҡ  ер мәсьәләләре менән дә ярҙам итә. Бренд, стилистика ла республика милке һанала.  Әҙер бинаға барып инеү туҡландырыу өлкәһе йүнселдәренә эште күпкә тиҙерәк башлау мөмкинлеге бирә.

Әҙер проекттар менән эшләү әлбиттә еңел. Һинең профилең булмаған эштәр менән йөрөп мәшәҡәтләнмәйһең Уның ҡарауы аҙыҡ-түлек сифаты, меню байытыу өсөн ваҡт ҡала. Туҡландырыу өлкәһендә был эштәр мөһимерәк миңә ҡалһа.

Елена Бочкарёва, кафе идарасыһы

Юл буйы компексында оҙон сәфәргә сығыусылар өсөн бар уңайлыҡтар ҡаралған. Бәҙрәфтән тыш  бында айырым ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһе лә бар. Маҡсат юлаусылар үҙҙәрен өйҙәрендә кеүек хис итергә тейеш.

Был йүнәлештә эш башларға теләүсе йүнселдәргә ярҙам  итеү өсөн франшиза булдырыу ниәте бер йыл элек барлыҡҡа килгәйне. Беренсенән, беҙ Башҡортостанға ғына ҡараған юл буйы сервисын киңерәк йәйелдерһәк, икенсенән, эшҡыуарлыҡҡа этәргес. Пилот проект уңышлы тип табылһа, бындай комплекстар һәр ерҙә лә барлыҡҡа киләсәк.

Алексей Гусев, Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры

Бындай комплекстарҙың хаҡы 6 миллдион һум тирәһе. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына 64 эшҡыуар юл буйы кафеһы төҙөү теләге белдергән дә инде. Дөйөм инвестициялар күләме 8 миллиард һумдан ашыу.

Фото №1 - Башҡортостандың юл буйы сервисы өлкәһендә үҙ бренды барлыҡҡа килде
Башбат

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ