Башҡортостанда боронғо һөйәк киҫеү сәнғәте тергеҙелә

Был Ямал-Ненец автономиялы округынан килеүсе оҫта Никифоров Кирилл ярҙамында мөмкин булды. Өфөлә ул йәштәрҙе материалдан сәнғәт ынйыларын яһау үҙенсәлектәренә төшөндөрҙө. Оҫтаның эштәре менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҡындан танышты.

Һарыҡ, һыйыр, мышы мөгөҙҙәре, хатта мамонт теше. Оҫта Кирилл Никифоров  ҡулдарында был тәбиғи материал сәнғәт ынйыһына әүерелә. Һөйәк ныҡлы ла, оҙаҡ һаҡлана ла. Үҙ композицияларын оҫта уны таш һәм ағас менән берләштереп яһай.

Һөйәктән әйберҙәр яһауҙы ювелир сәнғәте менән сағыштырырға мөмкин. Һөйәк семәрләү Ямал-Ненец округында бренд һанала. Башҡортостанда, мәҫәлән, һыйыр мөгөҙөнән әйберҙәр яһау брендын булдырырға мөмкин.

Кирилл Никифоров, биҙәү-ҡулланма сәнғәт оҫтаһы

Үҙенсәлекле кәсеп боронғо башҡорттарҙа киң таралһа ла, бөгөн һөйәктән йыһаздар яһаусы юҡ тиерлек. Кирилл Никифоров Өфө художество-гуманитар колледжы студенттары өсөн һөйәк һырлау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, боронғо кәсеп серҙәренә төшөндөрҙө. Билдәле остаздан ҡиммәтле белемдәргә өйрәнгәндән һуң, колледж вәкилдәре кәсепте төбәктә популяштырырға иҫәп тота.

Кирилл Никифоров һәм уның уҡыусыларының хеҙмәт емешен Башҡортостандың Милли музейында ойошторолған күргәҙмәлә ҡарарға мөмкин. Урындағы экспонаттар Йәрмәкәй районында йыйылған мөгөҙ-һөйәктәрҙән эшләнеп, башҡорт халҡы мәҙәниәтенә бағышланған. Бында ҡурайлы, «Урал батыр» эпосы геройҙарын сағылдырған композициялар бар.

Биҙәү сәнғәте оҫтаһы бер эшен бүләк итеп, Милли музей экспонаттар коллекцияһын тулыландырҙы. Башҡортостанда тәүгә ойошторолған үҙенсәлекле күргәҙмә 18 февралгә тиклем дауам итәсәк.

Фото №1 - Башҡортостанда боронғо һөйәк киҫеү сәнғәте тергеҙелә

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ