Орел ҡалаһында йәйәнән уҡ атыу буйынса Рәсәй Кубогында Башҡортостан вәкилдәре лә майҙан тота. Әйткәндәй, ярышта Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ күрше Белорус, Ҡырғыҙстан илдәренән бөтәһе 150 тирәһе уҡсы теркәлгән. 46 уҡсы йәйәнән ата. Учалы районынан Динә Вәлиева Рәсәй кимәлендә ярышта тәүге тапҡыр ҡатнаша.







