#РЕВАКЦИНАЛАУ ҮТ тип аталған акцияны “Изгелек биләмәһе” ирекмәндәр үҙәге башлаған. Йәштәр икенсегә прививка яһатҡандан һуң социаль селтәргә фотоһүрәттәр һала. Улар #тормошто һайла, #үҙеңде яҡла тип аталған саҡырыуҙар ҡуллана. “Флешмобтың маҡсаты үҙ миҫалыбыҙҙа прививканың әһәмиәтен аңлатыу. Вакцина ҡаҙатабыҙ икән, үҙебеҙҙе лә, яҡындарыбыҙҙы ла һаҡлай алабыҙ”, - ти ойошторуосылар. Йәштәр эштәре буйынса бүлек етәксеһе Заһит Ғүмәров белдереүенсә, һуңғы арала районда йәштәр араһында коронавирус йоҡтороусылар артыуы күҙәтелә.




