Рәсәйҙә иң үҫешкән һөт кухнялары селтәре Башҡортостанда

Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты. “Һөт кухняһы селтәре даими киңәйә. Тауар сифаты ла яҡшы, продукт балалар, буласаҡ әсәләр өсөн файҙалы. Һөт ризыҡтары һәм ҡоро ҡатнашмалар республикалағы 55 фирма магазины, 17 дәүләт дарыуханаһы  аша таратыла. Улар булмаған урынға махсус автокибеттәр сыға. Тәгәрмәсле магазиндар 64 биләмәне хеҙмәтләндереп өлгөрә. “Әле беҙ һөт ризыҡтарын таратыуға ҡайһы бер сауҙа селтәрҙәрен дә йәлеп иттек. Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Белорет һәм Үрге Ҡыйғыла һөт кухняһының етештереү линиялары эшләп килә. Тәүлегенә кәмендә 25 тонна һөт эшкәртелә. Бөтә цехтар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Һөт кухняһы селтәрен артабан да үҫтерәсәкбеҙ”, - тигән республика етәксеһе социаль селтәрҙәге яҙмаһында.

Фото №1 - Рәсәйҙә иң үҫешкән һөт кухнялары селтәре Башҡортостанда
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ