Башҡортостанда балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәтеү өсөн әсбаптар таратыла башлай. Республика ата-әсәләр йыйылышында туған телде уҡытыу мәсьәләһе күтәрелде. “Бәләкәй балаға башҡорт телен ҡыҙыҡлы алымдар ҡулланып өйрәтергә кәрәк”, - ти Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғарифты үҫтереү бүлеге етәксеһе Азат Батыршин.




