Венера Хөрмәтова “Теләктәр шыршыһы” акцияһында ҡатнашып, ҡала башлығы менән бер көн үткәреү хыялын яҙған. Бөгөн Нефтекама мэры Ратмир Мәүлиев уҡыусы менән осрашты һәм экскурсия ойошторҙо. Венера Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә лә ҡатнашты. Нефтекамала “Теләктәр шыршыһы” хәйриә акцияһы барышында 100-ҙән ашыу хат ҡабул ителгән.







