Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың дөйөм күрһәткесе 127 мең ярымды ашып китте

Уҙған тәүлектә генә сир йәнә 350 осраҡта раҫланған. Дауаханаларҙа әле 173 пациент дауалана, уларҙың 43-ө ауыр хәлдә,1 кеше тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында. Уҙған тәүлектә коронавирустан йәнә 9 үлем осрағы теркәлгән, ҡорбандар һаны 4 мең 600-ҙө ашып китте.

Һуңғы тәүлектә 2 мең 800 самаһы кеше прививка эшләткән. Вакциналауҙы тулыһынса 2 миллион 180 мең тирәһе замандашыбыҙ тулыһынса тамамлаған.Был коллектив иммунитет булдырыу өсөн прививкаланырға тейешле халыҡтың яҡынса 87 ярым проценты. Башҡортостанға барлығы 3 миллион дозаға яҡын коронавирусҡа ҡаршы вакцина килтерелгән.

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың дөйөм күрһәткесе 127 мең ярымды ашып китте
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ