Уҙған төндә Архангел районы Аҙау ауылы эргәһендә «Стелс» ҡаргиҙәре менән идара иткән 63 йәшлек ир юл ситендә торған ВАЗ автомобиленә төкөгән.
Авария һөҙөмтәһендә ҡаргиҙәр пассажиры, водителдең тормош иптәше йәрәхәтләнгән. Тикшереү барышында техниканың тейешле дәүләт теркәүе үтмәүе, ә уның менән идара иткән ирҙең иҫерек булыуы асыҡланған.




