Һәүәләйҙәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың исемдәрен мәңгеләштерергә ниәтләй

Тәтешле районы Һәүәләй ауылында йәшәүселәр «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы буйынса Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың исемдәрен мәңгеләштерергә ниәтләй. Ошо маҡсатта үҙәк урамда обелиск төҙөү планлаштырылған.

Программа шарттарына ярашлы, ауыл халҡы, урындағы хакимиәт, бағыусылар сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплаясаҡ. Ҡалған сумма республика ҡаҙнаһынан бүленә. 2017-2019 йылдарҙа ла Аҡбулат ауыл биләмәһе төбәк ҡаҙнаһынан күрһәтелгән финанс ярҙамға мәктәп тәҙрәләрен яңырта, һәйкәл аса, янғын һүндереү буйынса мобиль комплекс һатып ала.

Фото №1 - Һәүәләйҙәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың исемдәрен мәңгеләштерергә ниәтләй

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ