Иртәгә Башҡортостанға үҫмерҙәр өсөн вакцинаның тәүге партияһы килә

Бөгөн оператив кәңәшмәлә Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, 2 мең 800 доза "Спутник М" вакцинаһы юл шарттарына ҡарап бөгөн йә иртәгә килеп етә. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ медицинаны һанлы форматҡа күсереү, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу, торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереү менән бәйле һорауҙар ҙа ҡаралды.

Радий Хәбиров рәйеслегендә һәр дүшәмбе уҙған Хөкүмәт кәңәшмәһе бөгөн онлайн рәүештә үтте. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса мәкерле сир менән хәлдең киҫкенләшеүен иҫәпкә алып, кәңәшмә-ултырыштар дистанцион форматҡа күсерелә. бөгөн ҡаралған төп темалар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның икенсе компонентын 2 миллион 170 меңдән ашыу кеше эшләткән. Тәүге компонентты яһатыусылар тағы ла 140 меңгә күберәк. Был өлкәндәр араһында, яҡын киләсәктә Башҡортостанда үҫмерҙәрҙе вакциналай башлау ҙа ҡаралған. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, бөгөн йә иртәгә республикаға 2 мең 800 доза "Спутник М" вакцинацияһы килеп етә. Ул 12-нән 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр өсөн. Прививка 15 йәшкә тиклем ата-әсәләрҙең рөхсәте менән һалына, өлкәнерәктәр үҙҙәре хәл итә. Радий Хәбиров был һорауҙы оператив штабҡа сығарырға ҡушты.

Башҡортостан мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле 24 белем усағында 36 синыф дистанцион уҡытыуға күсерелгән. Балалар баҡсаларында иһә хәл тотороҡло, коронавирус йоҡтороусылар юҡ.

Сирҙе йоҡтороусылар артыуға ҡарамаҫтан, дауаханаларҙа урын менән прлоблема юҡ. Әммә амбулатор яҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр күбәйгән. Шуға күрә плоликлиникларға ярҙамға Башҡорт дәүләт медицина университетының 3 мең тирәһе студенты һәм ординаторы бара. Уҡыу йорто етәкселеге әйтеүенсә, иртәгә уларҙың сессияһы тамамлана. Коронавирус менән хәл киҫкен торһа, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һәләк булыусылар һаны кәмей.

Утта, һыуҙа һәләк булғандар аҙая, был күрһәткес буйынса Башҡортостан хәҙер Волга буйы федераль округында алдынғылыҡты биләй, тине Радий Хәбиров. Республика башлығы киләсәктә юлдарҙа авариялар һанын кәметеү бурысын да ҡуйҙы.

Оператив кәңәшмәлә, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу менән бәйле һорауҙар ҙа ҡаралды. Мәғлүм булыуынса, былтыр ошо мәсәьәлә буйынса ведомство-ра комиссия төҙөлгәйне. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә законһыҙ эшмәкәрлек алып барған предприятиеларҙың лицензияһы тартып алына йәки туҡтатыла. Ҡырмыҫҡалы районы асыҡ миҫал. Ведомство-ара комиссияның тырышлығы менән төбәктә Оло Толпаҡ күле буйында карьер асыуға юл ҡуйылмаған, киләсәктә был майҙанды айырым һаҡланған биләмә тип теркәү ҡарала.

Башҡортостан башлығы белдереүенсә, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуҙы көйләү буйынса ведомство-ара комиссия составында һөҙөмтәле эшләгән команда төҙөлгән. Һәр бер муниципаль берәмек етәксеһе лә үҙ ерен һаҡлау өсөн көрәшергә тейеш.

Фото №1 - Иртәгә Башҡортостанға үҫмерҙәр өсөн вакцинаның тәүге партияһы килә

Рәмзиә Кәримова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ