Төбәк башлығы ҡарарының үтәлешен тикшерергә район башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарысуы Марат Әхмәҙуллин менән берлектә хакимиәт вәкилдәре сыҡты. Рейд барышында улар сауҙа үҙәктәрендә һәм бөҙрәханаларҙа булды. Комиссия ағзалары QR-кодтарҙы тикшереү, тән температураһын үлсәү кеүек сараларҙы ҡараны.
Үҙәктәргә килеүсе халыҡтың һәм хеҙмәткәрҙәрҙең һаҡланыу сараһын үтәүен баһаланы. Санитар нормаларҙан тайпылыш булһа административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөлә. Бындай рейдтар даими уҙасаҡ.







