Быға суд приставтарының ҡуртымға тапшырылған мөлкәткә арест һалыныуы сәбәпсе. Ханым һәм уның адвокаты бүлмәнең дә арзанға ғына һатылыуын белдерә. Артабан киләһе яҙмала.
Аида Ибраһимова әлеге хәлгә һаманғаса ышанып бөтә алмай. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн йыйылған бурысҡа нигеҙләнеп суд приставтары мөлкәткә арест һала һәм күп тә үтмәй һатып та ебәрә.
Аида суд приставтарының бөтөнләй бәйләнешкә инмәүен белдерә. Мөлкәткә арест һалыр алдынан да бер хеҙмәткәр ҙә килеп урамаған.
Бизнесһыҙ тороп ҡалған эшҡыуар мөлкәтенең суд приставтары иҫкәртеүҙән тыш, һатылыуына ризаһыҙлыҡ белдерә.
Белгестәр фекеренсә, әлеге осраҡта башҡа бәхәсле һорауҙар ҙа юҡ түгел.
Тик бына ведомство белгестәре яуапһыҙ ҡалыуҙы хуп күрҙе. Матбуғат хеҙмәте ижади төркөм менән осрашыуҙы аҙналарға һуҙғандан һуң, мәсьәләне асыҡ ҡалдырҙы. Аида бөгөн адвокаты менән ғәҙеллек эҙләп судҡа мөрәжәғәт итте.
Азат Ғәлиуллин




