Өфө авиация техникумында "Про-Авиа" фестивале үтте. Пандемияға бәйле ул он-лайн форматта ойошторолдо. Техника менән ҡыҙыҡһыныусы йәштәрҙең остаздарына оҫталыҡ дәрестәрен, авиа-шоу күренештәрен видеоға төшөрөп алып күрһәтеү мөмкинлеге булдырылды.
Башҡортостандың һәм илдең иң яҡшы техник белем биреү учреждениеһында профориентация барышын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Селәнде хәтерләткән был ҡорамал сәнәғәт өлкәһендә кеше ҡулын алмаштырыусы робот. Авиация техникумы студенттары аппаратта теүәл манипуляциялар башҡарыу өсөн программалар эшләргә өйрәнә.
Ә был цехта 2-3 курс студенттары совет осорондағы ауыр сәнәғәт станоктарында практика үтә. Бында йәштәр авиация двигателдәре, машиналар ҡороу технологияһы, электрон аппараттарҙы ремонтлау
серҙәрен өйрәнә. 30 йыл дауамында сәнәғәт етештереү серҙәренә төшөндөрөүсе мастер Феликс Свиденский ҙа үҫмерҙәрҙең эшсе һөнәрҙәргә әүҙемерәк килеүен билдәләй.
Электроника менән эшләүсе роботтар, башҡа сәнәғәт тармағы экспонаттары фойела техник күргәҙмәгә ҡуйылған. Ә авиашоу төрлө ҙурлыҡтағы моделдәрҙән әҙерләнгән. Профориентация сараһын партнерҙар һәм бағыусылар он-лайн форматта үткәрҙе.
"Про-Авиа" фестивалендә ҡатнашҡан уҡытыусылар мәктәптәргә ҡайтҡас, белем биреү учреждениеһының мөмкинлектәре менән уҡыусыларҙы таныштырасаҡ.
Әлеге ваҡытта техникумда мең ярымдан ашыу стулент белем ала. Өфө авиация техникумы 76 миллион һумлыҡ заманса ҡорамалдар һатып алып, дүрт оҫтахана асҡан.
Гүзәл Борхановаа




