Шуларҙың береһе онлайн форматта 12 февралгә тиклем дауам итә.
Флешмобта теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн Рәми Йәғәфәр улының ниндәй ҙә булһа шиғыры менән видеоролик төшөрөргә кәрәк. Материалдар «Рәми Ғарипов – 90» темаһы һәм ҡатнашыусы заявкаһы менән әле һеҙ экранда күргән электрон адрес буйынса ҡабул ителә.
Конкурстың положениеһы менән «Бәйләнештә» селтәренең «Рәми Ғариповтың йорт-музейы» төркөмөндә танышырға мөмкин. Ойоштороусылар билдәләүенсә, сараның маҡсаты – кешеләрҙе халыҡ шағирының ижадына ылыҡтырыу, туған телгә һәм әҙәбиәткә һөйөү уятыу.
Илдар Байбулатов




