«Осҡон» гәзите тарафынан ойошторолған бәйгелә Амангилде ауылы эшҡыуары Рамаҙан Шаһыбалов менән район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре Рөстәм Мөхәмәтдинов уҡыусыларҙың иң күп тауышын йыйҙы. Улар намыҫлы хеҙмәттәре, үҙенсәлекле шөғөлдәре һәм яулаған уңыш-ҡаҙаныштары менән шундай юғары исемгә лайыҡ булды. Халыҡ һөйөүен яулаған замандаштарыбыҙ менән БЮТ каналының ижади төркөмө осрашты.
Уларҙың ҡулына күҙ ҙә эйәрмәй. Бура бураумы, таҡта ярыумы йәки ағастан башҡа әйбер булһынмы, быларҙың барыһы ла Амангилде ауылында етештерелә. Балтасылар бригадаһын булдыҡлы эшҡыуар Рамаҙан Шаһыбалов етәкләй. Ул асҡан йәмғиәт бөгөн күптәрҙе эш урындары менән тәьмин иткән. Ваҡытында түләнгән хеҙмәт хаҡы 30 мең һумдан да кәм түгел.
Рамаҙан Сәлих улының ҡулы аҫтында шулай уҡ күрше ауылдарҙан да ир-аттар бригадалары эшләй, улар ағас сығарыу, бура бурау менән мәшғүл. Эшҡыуарҙың таҡта ярыу цехында ла заказдар етерлек. Әммә йүнсел һуңғы йылдарҙа ағас алыу менән ҙур ҡыйынлыҡтар кисерә. Бөгөн үҫеп ултырған ҡарағайҙың бер төбө генә биш мең һумға һатыла.
Һәр уңышлы ир-ат артында ышаныслы ҡатын-ҡыҙ тора тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән. Беҙҙең герой ҙа үҙен һәр ваҡыт аңлап, тейешле кәңәштәре менән ярҙам итеп торған ҡатыны Гөлкәй менән бәхетле ғүмер кисерә. Яҡташтары ла ышаныс белдереп, Рамаҙан Шаһыбаловты икенсе тапҡыр Амангилде ауылы биләмәһе хакимиәте депутаты итеп һайлаған.
Былтыр майҙа Әбйәлил районының «Осҡон» гәзитендә Амангилде ауылы эшҡыуары тураһында мәҡәлә сыға. Шулай итеп ул матбуғат баҫмаһы ойошторған «Йыл геройы» конкурсына эләгә.
12 финалсы араһынан «Йыл геройы» интернетта тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса иғлан ителде. Ойоштороусылар конкурстың шул тиклем ҡыҙыу ярышҡа әйләнерен һис кенә көтмәгән.
«Йыл геройы» исеменә шулай уҡ район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре Рөстәм Мөхәмәтдинов та лайыҡ булды. Ул да үҙенең һөнәри бурысын намыҫлы башҡарыуы, хеҙмәттәштәренә ҡарата итәғәтле булыуы менән абруй ҡаҙанған. «Осҡон» гәзите хеҙмәткәрҙәре 2021 йылғы геройҙары теләген иҫәпкә алып, был проектты артабан да дауам итергә тигән дөйөм ҡарарға килгән.
Илдар Байбулатов







