Башҡортостан Башлығы Волга буйы федераль округында үткән кәңәшмә һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Унда янғын, авария һәм ғәҙәттән тыш хәлдәргә баһа бирелгән.
Үткән аҙнала республикала 100-ҙән ашыу янғын теркәлгән. Ҡотҡарыусылар 17 кешене ҡотҡарған, һәләк булыусылар юҡ. Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә 49 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул ителгән.







