Башҡортостан "Стимул" федераль программаһында ҡатнаша

2021 йылда  инженер объекттары төҙөлөшөнә 3 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, тип белдерелде "Төҙөлөш сәғәте" кәңәшмәһендә. Өфөнөң яңы микрорайондарында һыу системаһы  төҙөлгән, Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала юлдар тәртипкә килтерелгән. Быйыл Өфө районында, Октябрьский һәм Салауат ҡалаларында инженер селтәрен һуҙыу дауам итә. Был маҡсатта 3 миллиард һумға яҡын аҡса ҡаралған. Бынан тыш "Стимул" программаһына 4 миллиард һумлыҡ яңы объекттарҙы индереү өсөн ғариза әҙерләнгән. "Стимул" программаһы ҡалаларҙы үҫтереү өсөн үтә һөҙөмтәле механизм, тип белдерҙе Республика Башлығы Радий Хәбиров.

Фото №1 - Башҡортостан "Стимул" федераль программаһында ҡатнаша
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ