Үткән аҙнала Республика менән идара итеү үҙәгенә алынған мөрәжәғәттәрҙең күбеһе ошо темаға ҡағылышлы, 881 хәбәр килгән. Мөрәжәғәттәр һаны буйынса икенсе урында - вакциналау темаһы. Шулай уҡ халыҡтың биләмәләрҙе тәртипкә килтереү, йәмәғәт транспорты эшмәкәрлеге буйынса һорауҙары күп булған.







