Коронавирус көндән-көн нығыраҡ тарала

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 128 меңде ашып китте. Уҙған тәүлектә 400-гә яҡын кешелә хәүефле вирус раҫланған. Әле стационарҙарҙа 163 пациент дауалана, уларҙың 37-һе ауыр хәлдә. Һуңғы тәүлектә ковидтан 15 кешенең ғүмере өҙөлгән. Бер тәүлек эсендә 17 мең самаһы кеше вакцина алған. Привикалауҙы  2 миллион 177 меңдән ашыу кеше тулыһынса тамамлаған. Республикала 170-тән ашыу урында, шул иҫәптән мобиль пункттарҙа вакцина ҡаҙатырға була. Берҙәм бәйләнеш телефоны: 122. Шулай уҡ Ситуация үҙәгенә шылтыратып белгес ярҙамы алырға мөмкин. Үҙәк көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Элемтә телефоны: 218-19-19.

Фото №1 - Коронавирус көндән-көн нығыраҡ тарала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ