2021 йылда уға ярашлы инженер объекттары төҙөлөшөнә 3 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, тип белдерелде «Төҙөлөш сәғәте» кәңәшмәһендә. Өфөнөң яңы микрорайондарында һыу системалары төҙөлгән, Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала юлдар тәртипкә килтерелгән.
Быйыл Өфө районында, Октябрьский һәм Салауат ҡалаларында инженер селтәрҙәре төҙөлөшө дауам итә. Был маҡсатта 3 миллиард һумға яҡын аҡса ҡаралған. Бынан тыш «Стимул» программаһына 4 миллиард һумлыҡ яңы объекттарҙы индереү өсөн ғариза әҙерләнгән. «Стимул» программаһы ҡалаларҙы үҫтереү өсөн үтә һөҙөмтәле механизм, тип белдерҙе Республика Башлығы Радий Хәбиров.




