Йәмәғәт урындарында санитар талаптар үтәлешен тикшереү буйынса рейдтар үтә

Ковид сиренең яңы штамы таралыу сәбәпле, йәмәғәт урындарында санитар талаптар үтәлешен тикшереү буйынса рейдтар үтә. Бөгөн комиссия баш ҡалала маршрут автобустарына ревизия менән сыҡты.  

Эпидемиологик талаптарға ярашлы, һәр автобуста дезраствор булырға тейеш. Рейд үткәреүселәр ингән маршрут автобусында ул әҙ генә ҡалған. Хәйер, водителдең битлеге лә пандемия ваҡытында сыҡҡан көләмәсте хәтерләтә. Уның ҡарауы, пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген хәстәрләү тәүге урында, ти ул. Сөнки битлекһеҙ салонға инергә маташыусылар була.

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрлығы  Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы  хеҙмәткәрҙәре менән берлектә маршрут автобустарында санитар талаптарҙың үтәлеүен тикшереү буйынса Өфөлә рейд уҙғара. Нижегородка биҫтәһендә автобустарҙа медицина битлеге кеймәгән пассажир осраманы. Уның урынына шарф менән ҡапланғандары бар.

Ведомствола  пассажир ташыусы компания етәкселәре менән йыйылышта ла ошо һорауҙар ҡаралды. Министр транспортта үтәлергә тейешле талаптар тураһында иҫкәртте. Автобуста дезинфекция үткәрелергә тейеш, битлек кеймәгән пассажирҙарҙы салонға индермәҫкә һәм социаль дистанция һаҡлау маҡсатында рейстар ваҡыты араһын көйләргә.

Йыл башынан министрлыҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектәә 28 рейд үткәргән. Тикшереү һөҙөмтәһендә автобус водителдәренә 10, юридик шәхескә ҡарата бер административ протокол төҙөлгән. Яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса артабан ул суд ҡарамағына бирелә.

Йыйылышта ҡатнашыусы пассажир ташыусылар  штраф түләргә тура килде, тип билдәләне. Салондағы кеше битлек кеймәгән өсөн водителгә 3 мең һум тирәһе, шәхси эшҡыуарға 50 мең һумға, предприятиеларға 300 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.

Фото №1 - Йәмәғәт урындарында санитар талаптар үтәлешен тикшереү буйынса рейдтар үтә

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ