Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 128 меңде ашып китте

 Уҙған тәүлектә генә хәүефле сир йәнә 400-гә яҡын осраҡта раҫланған. Стационарҙарҙа әле 163 пациент дауалана, уларҙың 37-һе ауыр хәлдә. Тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында ҡалыусылар юҡ.

Һуңғы тәүлектә ковид йәнә 15 кешенең ғүмерен ҡыйған, Дөйөм үлем күрһәткесе 4 мең 700-гә яҡынлай. Бер тәүлек эсендә 17 меңләп замандашыбыҙ вакциналанған. Привикалауҙы  2 миллион 177 меңдән ашыу кеше тулыһынса тамалаған.

Был коллектив иммунитет булдырыу өсөн вакциналанырға тейешле халыҡтың яҡынса 88 проценты. Башҡортостанға 3 миллион дозаға яҡын вакцина килтерелгән.

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 128 меңде ашып китте
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ