Шаран районының Йәрәмкә ауылы халҡы «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһында ҡатнашып, Закир Һаҙый урамындағы юлды төҙөкләндермәксе. Ниәтте тәүәкәлләү маҡсатында ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары 3 саҡрым арауыҡты скандинав аҙымы менән атлап үтте. Сарала Йәрәмкә ауылында тыуған яҙыусы Закир Һаҙыйҙың биографияһына байҡау яһалды.
Шаран районының Рождественка ауылы халҡы ла программала еңеп сығып, матди ярҙам алырға иҫәп тота. Йыйылышта спорт майҙансығын төҙөкләндерергә һәм спорт кәрәк-яраҡтары алырға ҡарар ителде. Смета буйынса был эштәргә 1 миллион һум аҡса талап ителә. Программа шарттарына ярашлы, сығымдарҙың бер өлөшөн урындағы хакимиәт һәм ауыл халҡы үҙе ҡаплай.







